Бөгөн- Халыҡ-ара балалар китабы көнө!
Ул йыл да 2 апрелдә, Г.Х. Андерсендың тыуған көнөндә үткәрелә. 1967 йылда Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса совет (IBBY) коммерцияһыҙ ойошма тарафынан булдырылған.
Кескәйҙәргә уҡығыҙ!
Себеште көҙ һанайҙар.
Һәр эштә лә алдынғы мин,
Уҡыйым тик ""бишле""гә.
Маҡтау һүҙҙәре лә миңә
Иң беренсе эләгә.
Бөгөн тағы ""биш"" алдым, тип,
Маҡтанһам ағайыма.
Ҡырыҫ ҡарап әйтеп ҡуйҙы:
""Көт әле, ҡабаланма!
Алдан ҡысҡырма, ти, ағай,
Себеште көҙ һанайҙар.
Сығарылыш уҡыусыһын -
Имтиханда һынайҙар!"
Ярар, тинем, ағайыма,
Себеште көҙ һанарбыҙ.
...Беҙ, тырыштар, мәктәпте лә
""Алтын""ға тамамларбыҙ!
Рамай Ҡаһир
АТАЙ ЕЛКӘН ЯҺАП БИРҺӘ...
Атай елкән яһап бирһә,
Диңгеҙҙә йөҙөр инем;
Көслө тулҡындарҙы ярып,
Ер-һыуҙар гиҙер инем;
Диңгеҙҙәге һәр балыҡтың
Исемен белер инем.
Атай баҫҡыс яһап бирһә,
Мин күккә менер инем;
Күккә менер ҙә болотто
Ат итеп елер инем;
Йондоҙҙарҙың көллөһөн дә
Яҡындан күрер инем.
Абдулхаҡ Игебаев
КЕШЕМ - ИЛ КҮРКЕ
Тауҙар - минеке,
Тауҙар - һинеке,
Бейекме тауҙар,
Тәпәшме тауҙар -
Тауҙар илдеке.
Урман - минеке,
Урман - һинеке,
Ҡуйымы урман,
Һирәкме урман -
Урман илдеке.
Йылға - минеке,
Йылға - һинеке,
Талғынмы йылға,
Ярһыумы йылға -
Йылға илдеке.
Ҙур ил - минеке,
Ҙур ил - һинеке,
Илеңде биҙәп,
Йәшә һин, йәшә,
Кешем - ил күрке!
Файыҡ Мөхәмәтйәнов