БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ ТЕЛЕФОНЫ
БР Милли әҙәбиәт музейының фондында Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның ҡулъяҙмалары, фотолары, китаптары, һауыт-һабалары менән бергә йәшел төҫтәге сымлы стационар телефоны ла һаҡлана.
Был телефон классик ретро стилдә эшләнгән. Һандарҙы йыя торған дискта Салауат Юлаев һәйкәленең һүрәте төшөрөлгән. Сифаты яҡшы: ныҡлы пластмассанан яһалған, коррозияға бирелмәй.
Заманында ошо стилдәге өҫтәл телефоны киң ҡулланылышта булған.
Шылтыратып һөйләшеү ихтыяжынан тыш, йорттарҙы, офистарҙы, ҡунаҡханаларҙы, ҡунаҡ бүлмәләрен, кафе-ресторандарҙы биҙәү функцияһын да үтәгән.
#МиллиӘҙәбиәтМузейы #ЗайнабБиишева #ЭкспонатыНЛМРБ #фондНЛМРБ
#Национальныйлитературныймузей
#Миллиәҙәбиәтмузейыфонды
#Башҡортостанәҙәбиәте