Ҡәҙерле шағирҙар һәм шағирәләребеҙҙе, шиғри һүҙ яратыусы дуҫтарыбыҙҙы БӨТӘ ДОНЪЯ ШИҒРИӘТ КӨНӨ менән ихлас ҡотлайбыҙ!🌷✍️📚❤️
Был дата ЮНЕСКО тарафынан 1999 йылдың 15 ноябрендә ҡабул ителә. Был көндөң маҡсаты - милли, төбәк һәм халыҡ-ара шиғриәт хәрәкәтен таныу һәм уға яңы һулыш өрөү.
Әйткәндәй, Башҡортостанда Халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем беренсе тапҡыр 1923 йылда ижадының 20 йыллығы айҡанлы Мәжит Ғафуриға бирелә.