Башкортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы
Национальный литературный музей Республики Башкортостан
Уфа, ул. Достоевского, 160
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
Бөгөн шағирә Фәүзиә Юлдашбаева тыуған көн
Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы совхозда һауынсы, фермала хисапсы, ҡунаҡхана мөдире булып эшләй. 1992 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. “Һаҡмар муйылының күҙе ҡара” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1985 йылда донъя күрә.

Аҡ ҡайындар!
Һеҙгә көн дә киләм,
Йырығыҙҙан эҙләп илһамды.
Аһ, ҡайындар,
Һеҙҙең кеүек матур
Толомдарын үргән ҡыҙ бармы?

Көн дә киләм,
Һеҙҙең йырҙарығыҙ
Түгелгәнгә һәр көн яңыса.
Япрағығыҙ, һәр көн көмөш һибеп,
Нур балҡыта йондоҙ һанынса.

Аҡ ҡайындар,
Гүзәл туғандарым,
Йоҡоларҙан яҙам, күрмәһәм,
Һеҙҙең менән, әхирәттәр кеүек,
Серебеҙҙе уртаҡ бүлмәһәм.

Аҡ ҡайындар!
Һеҙгә көн дә киләм,
Ҡояш йырын алып оторға.
Һандуғастың алып килгән моңон
Күңел дәфтәремә яҙырға.
Все новости
Наверх

Устав Музея
Научно-методический совет
Планы и отчеты
Противодействие коррупции
Политика обработки персональных данных в ГБУКИ НЛМ РБ
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ГБУКИ НЛМ РБ, +7 (347) 228-43-92
ИНН/КПП: 0274066606/027501001
ОГРН: 1030203896140
© Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Национальный литературный музей Республики Башкортостан, 2000-2026. Сайт не является публичной офертой и носит информационный характер. Все материалы данного сайта являются объектами авторского права (в том числе дизайн). Запрещается копирование, распространение (в том числе путем копирования на другие сайты и ресурсы в Интернете) или любое иное использование информации и объектов без предварительного согласия правообладателя.