#яҙшиғыры
💐ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨНДӘ
Юҡ болоттоң әҫәре лә,
Күк йөҙө шундай аяҙ.
Йәм-йәшел үлән-ер өҫтө,
Ер өҫтөндә йылы яҙ.
Иртәнге елдәр тын ғына
Тал ботаҡтарын ҡаға,
Япраҡтарға төшкән ысыҡ
Ялтырап ергә тама.
Ҡаяла бөркөт ҡағынып
Ҡанатын ташҡа һуға,
Көн буйы күккә йөрөргә
Тәгәрәп ҡояш сыға.
(М.Кәрим)
#НациональныйлитературныймузейРБ #Миллиәҙәбиәтмузейы #Башҡортостан_әҙәбиәте #Башҡортостаняҙыусылары #ЛитмузейРБ