Башҡортостанда Рәми Ғарипов исемендәге награда булдырылды
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары
менән Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды. Халыҡ
шағирының тыуған көнө алдынан Яҙыусылар
союзынан ошо турала хәбәр иттеләр.
Положениеға ярашлы, миҙал «Башҡортостан
әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» тигән
яҙма менән тапшырыласаҡ. Награда яҙыусыларға
ғына түгел, ә сәхнә оҫталарына, Рәсәй хөкүмәте
һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәтте
үҫтереүгә тос өлөш индергән сит ил граждандарына
ла тапшырыласаҡ.