Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә – 29 ноябрҙә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора, сөнки әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Һәр кемгә үҙенең әсәһе иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе. Уларға әйткән рәхмәтебеҙ ҙә, йылы һүҙҙәребеҙ ҙә һис ҡасан артыҡ булмай!
💐 Барлыҡ әсәйҙәрҙе Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ, балаларығыҙҙың рәхмәтендә оҙон-оҙаҡ ҡыуанып йәшәуегеҙҙе, Әсә тигән бөйөк исемде ғорур һәм тап төшөрмәй күтәреп йөрөүегеҙҙе теләйбеҙ!
💫 Коллектив Национального литературного музея РБ сердечно поздравляет всех мамочек с этим прекрасным праздником! Дорогие мамы, будьте счастливы и любимы. Помните, вы подарили миру жизнь, а это самое главное достижение! Спасибо вам за ту доброту, ласку и заботу, которую вы дарите, пусть ваши дети ответят вам тем же. Желаем вам семейного благополучия, крепкого здоровья и любви!