Мөнир Ҡунафин- Ж.Кейекбаев премияһы лауреаты
Быйыл беренсе башҡорт ғалимы, башкорт тел ғилеменэ нигеҙ һалыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 115 йыл тулды. Уның яҡты рухы алдында баш эйеп, тыуған ауылы Ҡаранйылғалағы һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Ж.Кейекбаев бюсы алдындағы майҙанда 5 йылға бер тапҡыр ғына тапшырыла килгән премия лауреаты аталды. Быйылғы Ж.Кейекбаев премияһы лауреаты - халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин! Уға иҫтәлекле билдәне Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов тапшырҙы.