Яҙыусылар йортонда инсценировка яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе, Салауат Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты, драматург, сценарист Зөһрә Бураҡаева үткәрҙе һәм "Сценарийға нисек тотонорға? Прозаны сәхнә әҫәренә әйләндереүе ауырмы? Эште ниҙән башларға?" кеүек һорауҙарға яуап бирҙе, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Яҙыусылар союзының Йәштәр советы милли драматургияға бәйле бик әһәмиәтле, актуаль мәсьәләне күтәреп сыҡҡан. Ошондай оҫталыҡ дәрестәренең һөҙөмтәһе башҡорт әҙәбиәтенең художестволылыҡ кимәлен күтәреү булыр, тип ышанғы килә.