ЙӘШЕМ ДӘ БАР, ЙӘШЛЕГЕМ ДӘ...
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Татарстан яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, шағир Линар Шәйех һәм Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән йылы осрашыу үтте. Бының өсөн ике шиғыр йыйынтығы сәбәпсе булды. З.Ханнанованын шиғырҙарын Линар Шәйех татарсаға ауҙара, ә уның ижадын башҡортсаға Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы тәржемә иткән.
Кисәлә шиғырҙар, моңло йырҙар яңғыраны. Һуңғы арала популярлашып киткән «Синең янда гына юл башым» йырының авторы Рәмил Ҡанипов баянда уйнап башҡарҙы. Баҡтиһәң, һүҙҙәре Линар Шәйехтеке икән. Осрашыу аҙағында шулай уҡ автограф-сессия ойошторолдо.