Беренсе башҡорт профессоры, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы, ғалим, яҙыусы ЖӘЛИЛ ҒИНИӘТ улы КЕЙЕКБАЕВтың тыуыуына 115 йыл!
Дуҫ тигәнең шул булыр
Дуҫ тигәнең шул булыр –
Теләр теләктең һәйбәтен,
Дуҫ тигәнең шул булыр –
Һөйләмәҫ дуҫының ғәйбәтен,
Һөйләмәҫ дуҫының ғәйбәтен...
Дуҫ тигәндең эсендә
Эйәрле-йүгәнле ат ятыр,
Дуҫ тигәндең хисендә
Изге ниәт, хаҡ ятыр.
Дошмандарҙың эсендә
Бысраҡ, ҡара тап ятыр,
Бысраҡ, ҡара тап ятыр..