БР Милли әҙәбиәт музейының төп һаҡлаусыһы - Гөлнур Булат ҡыҙы Ҡорманаева мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!
Гөлнур Булат ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, музей эшенә тиҫтә йылдар тоғро хеҙмәт итеүегеҙ, һәр яҙыусының һүҙ ҡеүәһе, күҙ нурҙары, йөрәк йылыһы һалынған экспонаттарға булған иғтибарығыҙ, музей эше менән бәйле фәнни конференцияларҙа даими ҡатнашыуығыҙ, шул уҡ ваҡытта, хәстәрлекле әсәй, матур ҡатын-ҡыҙ булып ҡалауығыҙға һоҡланабыҙ!
Артабан да коллективыбыҙҙы йәмләп, ныҡлы һаулыҡ, дәрт-дарман менән бергә-бергә эшләргә яҙһын!