Бөгөн күренекле драматург, тәржемәсе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, оҙаҡ йылдар БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе, БАССР-ҙың Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләгән МИРЗАҺИТОВ ӘСХӘТ МӘСҒҮТ улы тыуған көн.
Әсхәт Мирзаһитов «Тымыҡ күл», «Боҙҙар аҡтарылғанда», «Утлы өйөрмә», «Әсәйемдең сал сәстәре», «Күршеләр», «Ауыл күренештәре», «Гөл баҡсаһы», «Һалдат улы», «Бәхтегәрәй», «Әсәләр көтәләр улдарын» пьесаларын ижад итә.
🏛БР Милли әҙәбиәт музейы фондында авторҙың китаптары, фотоһүрәттәре һаҡлана.