Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины ГӨЛФИӘ АҘНАҒОЛ ҡыҙы ЮНЫСОВА (ИҘЕЛБАЕВА)тыуған көнөн билдәләй.