Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында билдәле әҙибә Нажия Игеҙйәнованың "Әҫәрҙәр" дүрт томлығының исем туйы үтте.
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында билдәле әҙибә Нажия Игеҙйәнованың "Әҫәрҙәр" дүрт томлығының исем туйы үтте.
Коллегаларының ҙур шатлығын халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, яҙыусылар һәм ғалимдар: Ә.Үтәбай, Л.Хөсәйенова, З.Әлибаев, Г.Гәрәева, Р.Рыҫҡужина, И.Ишбулатов, Р.Зәйнуллин, Р.Сабитовалар уртаҡлашты. Шулай уҡ яҙыусының ҡыҙы Ләйсән Йосопова, яҡташтары- ҡыйғылар, 20-се ҡала башҡорт гимназияһының уҡыусылары, журналистар, музей хеҙмәткәрҙәре һәм Нажия Игеҙйәнованың ижадын яратыусылар ҡатнашты.