Мәжит Ғафури (Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы) 1880 йылдың 20 июлендә (2 августа) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем-Ҡаран ауылында тыуа.
Уның атаһы хәлфә була. Уның тыуыуына быйыл 146 йыл. Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Аҙаҡ Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый. 18 йәшендә 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтың алтын приискыларында эшләп, уҡыуын дауам итә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.
1904 йылда Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.
Өфөлә йәшәп ижад итә. 1923 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ала. 1934 йылда вафат була. Йәшәгән йортон 1948 йылда йорт-музей итәләр. Бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, поэма, драмалар яҙа. Ғафури районы, башҡорт һәм татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалған бөйөк яҙыусының, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының исемен ғорур йөрөтә. Уның яҙған әҫәрҙәре бөгөн дә актуаль, сөнки улар халыҡсан һәм халыҡ теле менән яҙылған.
БӨТҺӨН ҺУҒЫШ
Беҙ ирекле, беҙ граждан, шатланып алдыҡ һулыш,
Тик ана унда һаман ҡан, ҡурҡыныс, көн-төн һуғыш.
Бында беҙ кешелек өсөн: "Һәр кем тигеҙ булһын!" - тибеҙ,
Унда ҡалалар, ауылдар ер менән булған тигеҙ.
Бында азатлыҡ ауазы ерҙе, күкте яңғырата,
Унда беҙҙең күп туғандар, тилмереп, телһеҙ ята.
Унда хәсрәт, унда ҡайғы, унда ҡан һәм күҙ йәше,
Унда мылтыҡ, унда һөңгө, унда тик туп йәҙрәһе.
Ундағы беҙҙең туғандар туп ата бер-береһенә
Ҡырыла унда ниндәй йәндәр, ҡандары ергә һеңә.
Ул туғандарҙың сисәйек ҡулдарын, алһын һулыш,
Ҡысҡырайыҡ бер юлы: "Бөтһөн һуғыш!.. Бөтһөн һуғыш!.."
...
ЯМҒЫР
Күкрәй күк, йәшнәй йәшен,
Ҡара булып ямғыр килә.
Ҡибла яҡтан ел иҫә,
Ҙур - ҙур болоттар эркелә.
"Беҙҙең ауылға, баҫыуға
Килһен ине шул болот! -
Тип теләйҙәр һәммә
Януарҙар, игендәр, бер булып.
Күп тә үтмәй, тамсылары
Тамсылай ҙа башланы,
Бер минут та үтмәне,
Ерҙе сылатып ташланы.
Ә тигәнсе гөрләүектәр
Аҡты ерҙән күл булып,
Салауат күпере яһалды,
Һары, ҡыҙыл, ал-гөл булып.
Ямғыр үткәс, ялтырай
Ҡояшҡа ер йөҙө,
Ямғыр артынан балалар
Йүгерешеп уйнап йөрөй.
Күк йөҙөнән - ергә, ерҙән
Күккә табан нур аша,
"Был яуын түгел, был - икмәк", -
Тип, халыҡ шатлана.
Ҡалды үләндәр башында
Ынйы төҫлө тамсылар,
Ялтырай ҡояшҡа ҡаршы
Аҡ, матур ваҡ тамсылар.
...
ГӨЛДӘР БАҠСАҺЫНДА
Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
Нәфис төҫтәренә, буйҙарына
Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным.
- Эй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар?
Кемдәр дошмандар? - тип һораным.
Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,
Нурҙар сәсеп ем-ем көлдөләр.
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы
Миңә былай яуап бирҙеләр:
- Кемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый,
Кемдәр беҙгә һыуҙар һибәләр,
Кемдәр сәскә кеүек саф күңелле, -
Шулар беҙгә дуҫтар! - тинеләр. -
Кемдәр ҡара эсле, тар күңелле,
Кемдәр ысын эшкә ҡул бирмәйҙәр,
Кемдәр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙә, -
Шулар беҙгә дошман!" - тинеләр.
Сәскәләрҙең ошо яуаптарын
Алғас: ӘДөрөҫ, - тинем уларға, -
Эшһеҙ кешеләрҙең хаҡтары юҡ
Һеҙҙе түштәренә ҡаҙарға.
Күңелле эш, матур томош менән
Йыл артынан йылдар ағырҙар...
Эшсән егет менән эшсән ҡыҙҙар
Һеҙҙе түштәренә ҡаҙарҙар".
...
ИКЕ СЕБЕН
Бер үгеҙ көн буйынса һөрөп һабан,
Ауылға ҡайтып килә кискә табан.
Үгеҙҙең мөгөҙөнә ҡунып килгән
Бер себенгә бер танышы осраған.
Танышы шул ваҡытта быны күрҙе -
Килә был һабан һөргән үгеҙ менән.
"Күҙемә күренмәнең көнө буйынса,
Ҡайҙан ҡайтып киләһең һин?" - тип һораған.
Теге себен, эреләнеп, быға ҡарап,
Ҙурланып, тамаҡ ҡырып, бирҙе яуап:
"Көн буйы һабан һөрөп, арып киләм,
Ваҡытһыҙ йөрөмә әле бимазалап!"
Һөйләшһәң, себен төҫлө кеше менән,
Маҡтаныр эшләмәгән эше менән.
Көн күргән кешеләр күп был донъяла,
Себен кеүек, башҡаларҙың көсө менән.