Башкортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы
Национальный литературный музей Республики Башкортостан
Уфа, ул. Достоевского, 160
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
Новости
Афиша
Мероприятия по Пушкинской карте
Ҡайғылы хәбәр...
Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нияз Алсынбаев вафат.

Нияз Зәбихулла улы Алсынбаев 1963 йылдың 1 майында
Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай. 1986 йылдан алып 1989 йылға тиклем Баймаҡ районы мәктәптәрендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1989-91 йылдарҙа БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙары дәүләт комитеты хәбәрсеһе булып хеҙмәт итә. 1992-97 йылдарҙа Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе. 1997 йылдан алып «Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында тәүҙә сәнәғәт бүлеге хәбәрсеһе, Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсе, һуңынан бүлек мөдире, радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.

2004 йылдан «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти каналы етәксеһе. Шулай уҡ «Майҙан», «Даирә» ижтимағи-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Шәхси фекер», «Шәжәрә» программаларының авторы һәм алып барыусыһы. 1990-сы йылдарҙан әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрҙе. 2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (телерадиокомпаниялары араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). «Алпамыша — бер риүәйәт эҙҙәре артынан» документаль фильмы авторы һәм режиссеры (2013). «Серле мосафир», «Эйәрҙә ҡалған егет», «Изге бүре балалары», «Йәйге селлә» әҫәрҙәре авторы.

Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хеҙмәттәшебеҙҙең яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәҙә мәңге һаҡланыр.
Все новости
Наверх

Устав Музея
Научно-методический совет
Планы и отчеты
Противодействие коррупции
Политика обработки персональных данных в ГБУКИ НЛМ РБ
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ГБУКИ НЛМ РБ, +7 (347) 228-43-92
ИНН/КПП: 0274066606/027501001
ОГРН: 1030203896140
© Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Национальный литературный музей Республики Башкортостан, 2000-2026. Сайт не является публичной офертой и носит информационный характер. Все материалы данного сайта являются объектами авторского права (в том числе дизайн). Запрещается копирование, распространение (в том числе путем копирования на другие сайты и ресурсы в Интернете) или любое иное использование информации и объектов без предварительного согласия правообладателя.