Билдәле прозаик, ҡаһарман яугир, Батырлыҡ ордены кавалеры Сабит Мағаз улы Фазлыевтың тыуыуына 57 йыл.
Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ! Сабит ФАЗЛЫЕВ 1969 йылдың 8 июнендә Иҙәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған. Иҙәш, Үтәғол мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Үтәғол ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара. Әҙиптең әҫәрҙәре “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарында даими баҫыла. 2024 йылда Махсус хәрби операция барышында ҡаһармандарса һәләк булды.
БР Милли әҙәбиәт музейында Сабит Фазлаев фонды ҡәҙерләп һаҡлана.
#НациональныйлитературныймузейРБ #Миллиәҙәбиәтмузейы #Башҡортостан_әҙәбиәте #Башҡортостаняҙыусылары #ЛитмузейРБ
#фондНЛМРБ
#экспонатыНЛМРБ