Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары , бөтә Башҡортостан халҡы, төркөмдәштәребеҙ!!!
Бөгөн бөтә илебеҙҙә оло байрам - Бөйөк Еңеү көнө!!!
9 май илебеҙ тарихында һәр ғаилә өсөн изге көн. Ул – хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ рух байрамы.
Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәгән, ул бөтәбеҙгә лә ҡағыла.
Һуғыш һәм тыл ветерандарына, ғөмүмән, олатай-өләсәйҙәребеҙгә, бәхетле, тыныс тормош бүләк иткәндәре өсөн сикһеҙ оло рәхмәт!
Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ һәм мәңге бурыслыбыҙ!
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, донъялар имен, күгебеҙ аяҙ булһын!
Бөйөк Еңеү көнө менән!🌷🌼
#Еңеүгә81
#Миллиәҙәбиәтмузейы
#ГодЕдинстваНародовРоссии
#годБольшойиДружнойСемьи
#Литмузей
#НЛМРБ
#Писателифронтовики
#Башҡортостанәҙәбиәте
#музеиРБ
#Национальныйлитературныймузей
#яҙыусыфронтовиктар