Башкортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы
Национальный литературный музей Республики Башкортостан
Уфа, ул. Достоевского, 160
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
ЯБАЙ ТАРИХЛЫ ҠИММӘТЛЕ ЭКСПОНАТ
Милли әҙәбиәт музейы фондтарында башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның архивы һаҡлана. Әйберҙәрҙе музейға 2010 йылда яҙыусының ейәне Таһир Әминев тапшырған.

Зәйнәб Биишеваның архивының күп кенә өлөшөн милли орнаменттар менән биҙәлгән ағас һауыт-һабалар алып тора.

Бейеклеге - 25, диаметры 13 сантиметр булған сувенир бал мискәһе Зәйнәб Биишеваның яҡташтары тарафынан бүләк ителгән. Мискәнең бер яғына «Күгәрсен балы» тип яҙылған. Ҡурай үләне, бал ҡорттары, керәҙ һәм айыу һүрәттәре төшөрөлгән. Ҡапҡасы орнаменттар менән биҙәлгән.

Ағас һауыттың яҡшы торошон иҫәпкә алғанда, Зәйнәб апай яҡташтарының бүләген бик ҡәҙерләп, һаҡлап тотонғаны һиҙелә.

Экспонат РФ Музейҙар фондының Дәүләт каталогына ОФ 3570 һаны менән индерелгән.
Все новости
Наверх

Устав Музея
Научно-методический совет
Планы и отчеты
Противодействие коррупции
Политика обработки персональных данных в ГБУКИ НЛМ РБ
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ГБУКИ НЛМ РБ, +7 (347) 228-43-92
ИНН/КПП: 0274066606/027501001
ОГРН: 1030203896140
© Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Национальный литературный музей Республики Башкортостан, 2000-2026. Сайт не является публичной офертой и носит информационный характер. Все материалы данного сайта являются объектами авторского права (в том числе дизайн). Запрещается копирование, распространение (в том числе путем копирования на другие сайты и ресурсы в Интернете) или любое иное использование информации и объектов без предварительного согласия правообладателя.