Бөгөн Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты, Учалы районының почётлы гражданы ҒИНИӘТУЛЛИН ТАЛХА ЙОМАБАЙ улы (псевдонимы АНАТОЛИЙ ГЕНАТУЛИН) тыуған көн.
БР Милли әҙәбиәт музейында яҙыусының бай фонды һаҡлана. Былтыр Талха Ғиниәтуллин ижадына бағышланған фәнни-ғәмәли конференция ойоштороп, материалдары менән йыйынтыҡ нәшер ителде.