18 апрель - күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзиттәре, «Яңы юл», «Бабич» и «Үктәбер» («Октябрь») - хәҙер «Ағиҙел» журналдары мөхәррире, БАССР Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың береһе Дауыт Юлтый тыуған көн (1893-1938)..
18 апреля - день рождения Даута Юлтыя (Юлтыев Даут Исхакович), писателя, журналиста, государственного и общественного деятеля, члена Союза писателей, редактора газет «Башҡортостан хәбәрҙәре» («Известия Башкортостана»), «Башҡортостан», журналов «Яңы юл» («Новый путь»), «Бабич» и «Үктәбер» («Октябрь»), ныне - журнал «Ағиҙел», одного из основателей Союза писателей БАССР (1893-1938).
Һандуғасҡа
Туғайҙарҙа үҫеп, гөлдәр ҡосоп,
Сәскәләргә күсеп һандуғас,
Ҡанаттарын ҡағып, бәғер киҫеп,
Һайрай өҙөп йәйге таң тыуғас.
Һандуғасҡай, телең белһә инем,
Алыр инем һинең йырыңды,
Йырлар инем бөгөн, көйләр инем
Зар иңрәгән тыуған ҡырымды.
Тыуған илдең йәйен күрер өсөн,
Мендем бейек тауҙың башына.
Аяҡтарым талғас, мин ултырҙым
Көнгә ҡаршы ҡая ташына.
Бейек тауҙан бейек йөрәккәйем,
Бейектәргә теләй менергә,
Зар иңрәг