Башкортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы
Национальный литературный музей Республики Башкортостан
Уфа, ул. Достоевского, 160
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
Хөрмәтле дуҫтар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр!
3 апрель көнө күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе Мөхөтдин Тажиҙың тыуыуына 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Мөхөтдин Тажиҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә саҡыра!
Мөхөтдин Тажи Мәжит Ғафуриҙың яҡын дуҫтарының береһе була, бөйөк шағир менән яҡындан аралашып йәшәй. Йәш яҙыусы остазы менән фекер алышырға ярата, үҙенең әҫәрҙәре менән уртаҡлашып, унан ҡиммәтле кәңәштәр һәм ярҙам ала. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы фондында шағирҙың автографтары менән китаптары, фотолары һәм башҡа әйберҙәре һаҡлана. Мөхөтдин Тажиҙың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмәлә ошо уникаль экспонаттар менән таныша алырһығыҙ.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә Мөхөтдин Тажиҙың туғандары һәм яҡындары сығыш яһаясаҡ. Шағирҙың бүләсәһе – 6-сы класс уҡыусыһы Залина Хәсәнованың сығышы сараға йәм өҫтәр. Ул «Минең олатайым – яҙыусы Мөхөтдин Тажи» темаһына ғилми-тикшеренеү эше яҙған һәм унда күренекле яҙыусының мираҫын һәм тормошон сағылдырған. Уның тикшеренеүҙәре олатаһына һәм уның әҙәби мираҫына һөйөү һәм хөрмәт күрһәтеүҙең дәлиле булып тора. Күргәҙмәлә шулай уҡ Мөхөтдин Тажи әҫәрҙәре мотивтары буйынса эшләнгән ижади эштәр тәҡдим ителәсәк. Уларҙы Айгөл Хәсәнова олатаһының әҙәби мираҫынан илһам алып ижад иткән.
Мөхөтдин Тажиҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә рәхим итегеҙ!
Все новости
Наверх

Устав Музея
Научно-методический совет
Планы и отчеты
Противодействие коррупции
Политика обработки персональных данных в ГБУКИ НЛМ РБ
+7 (347) 228-43-92
literat_myzey@mail.ru
ГБУКИ НЛМ РБ, +7 (347) 228-43-92
ИНН/КПП: 0274066606/027501001
ОГРН: 1030203896140
© Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Национальный литературный музей Республики Башкортостан, 2000-2026. Сайт не является публичной офертой и носит информационный характер. Все материалы данного сайта являются объектами авторского права (в том числе дизайн). Запрещается копирование, распространение (в том числе путем копирования на другие сайты и ресурсы в Интернете) или любое иное использование информации и объектов без предварительного согласия правообладателя.