Отзывы

Полина

Музей прекрасный

Оценка:5

06.03.2025 16:06

Гадиля Булякова

Ә мин 3-сө класта нисек итеп Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын уҡығаным ныҡ иҫтә ҡалған. Күп кенә урындарын аңлап етмәйем бит инде (мәҫәлән, ауыраяҡ Гөлйөҙөмдөң нисек итеп балаһы төшкәнен һб), шуларҙы өлкәндәрҙән һорашып, әрләнеп бөткән инем, был китапты һиңә уҡырға иртә әле, тип. Шулай тыйып торғастары, ищеү ҙә нығыраҡ ҡыҙыҡһынып уҡый башлайым. Башҡалар күреп ҡалмаһын өсөн, ҡыш көнө соланға сығып, унда торған толопҡа уранып та уҡып ҡараным. Һөҙөмтәлә, ҡышҡы һыуыҡта ойоҡсан ғына ултырып, тамағым шешеп, ауырып киттем. Шулай ҙа уҡып бөттөм мин "Ырғыҙ"ҙы! Аҙаҡ төрлө йылдарҙа тағы ла бер нисә тапҡыр ҡабат - ҡабат уҡып сыҡтым мәшһүр яҙыусыбыҙҙың үлемһеҙ әҫәрен!

Оценка:5

05.03.2025 08:10

Оставить отзыв

Document